пятница, 12 октября 2012 г.

Эрдоган: Мәскәү самолеты хәрби йөк алып барған.



Анкарала төшөргә мәжбүр булған Сүриәнең А-320 аэробусы бортында нимә булған? Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Тайип Эрдогандың раҫлауынса, Мәскәү- Димәшк маршруты буйынса барған самолетҡа хәрби тәғәйенләнешле йөк тейәлгән:

“Йөктө ебәреүсе- һуғыш кәрәк- яраҡтары һәм ҡоралдар етештереүсе, экспортлаусы  Рәсәй компанияһы. Ҡабул итеүсеһе- Сүриәнең оборона министрлығы.”

Мәскәү әлегә Эрдогандың белдереүенә комментарий бирмәй. Килеп тыуған хәл айҡанлы РФ-ның Төркиәләге илсеһе республиканың тышҡы сәйәси ведомствоһында осрашыу үткәрҙе. Ентекле мәғлүмәттәр әлегә юҡ.

Бынан алда Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министрлығы пассажирҙарҙың ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйылыуға ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Анкара был тәнҡит менән килешмәй.

Төркиә аналитиктары Мәскәү менән мөнәсәбәттәрҙең насарайыуынан ҡурҡа. Кадыр Хас университетынан Соли Озель әйтеүенсә,”миңә ҡалһа, Мәскәү менән мөнәсәбәттәребеҙгә  һис кәрәкмәгән зыян эшләйбеҙ кеүек. Һуғышҡа ҡатнашып китмәҫкә Төркинәң аҡылы етер, тип уйлайым. Әммә ваҡиғалар киҫкенләшә башлағас, көтөлмәгән хәлдәргә тарыу ҡурҡынысы бар.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий