среда, 31 октября 2012 г.

Польша прокуратураһы: Ту-154 ярсыҡтарында шартлатҡыс эҙҙәре табылманы.



Польшаның хәрби прокуратураһы Польша президенты Лех Качиньский самолеты ярсыҡтарында шартлатҡыс матдә эҙҙәре табылыуы хаҡындағы мәғлүмәтте инҡар итте. Элегерәк был турала хәбәр Польшаның “Речь Посполита” гәзитендә баҫылып сыҡҡайны. Оппозиция лидеры һәм Лех Качиньскийҙың туғаны Ярослав Качиньский шунда уҡ үҙ фекерен белдерҙе:

“Хәрби тәфтишселәр тәүҙә ярсыҡтарҙа шартлатҡыс матдәләр табылмауы хаҡында һөйләйҙәр. Аҙаҡ улар өҫтәмә рәүештә йәнә анализ яһарға кәрәк икәнлеге хаҡында белдерәләр. Һорауҙар һәм шик уяна. Былар барыһы ла алдашыуға оҡшаш.”

Яңылыҡ Польшаны ҡуҙғытып ебәрҙе.

Илдең премьер- министры Дональд Туск Ярослав Качиньскийға яуапты көттөрмәне:

“Оппозиция лидерының  матбуғатта күренгән дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте файҙаланып һығымта эшлаүе- ярамаған эш, сөнки был Польшалағы ижтимағи тормошто, Польша дәүләтен емерә.”

Польша президентының самолеты 2010 йылда Смоленск янында һәләкәткә осраны.  Дәүләт- ара авиация комитеты отчетына ярашлы, һәләкәт экипаждың запас аэродромға китмәҫкә ҡарар итеүе арҡаһында килеп сыҡҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий