среда, 31 октября 2012 г.

“Сэнди”: ҡорбандар һаны арта, зыян миллиард долларҙарға барып етә.



Шишәмбегә ҡарай төндә АҠШ-тың Көнсығыш яр буйҙарына ябырылған“Сэнди”ҡорбандары 34-кә барып етте. Нью-Йорк һәм Нью-Джерси- тәбиғәт ҡазаһынан иң ныҡ зыян күргән штаттар. Улар һәләкәт зонаһы тип иғлан ителде. Был штаттарҙың халҡы федераль бюджеттан ярҙам аласаҡ.

Нью- Джерси губернаторы Крис Кристи, зыян күргән райондар өҫтөнән вертолетта осоп үткәс, штатындағы емереклектәрҙе “ғүмерҙә булмаған хәл”, тип атаны.

Нью-Йорк штатында кәм тигәндә 16 кеше стихия ҡорбаны булған. Нью-Йорктың ғәрәсәттән күргән матди зыяны, тәүге мәғлүмәттәр буйынса ғына ла, тиҫтәләрсә миллион долларға барып етә. Туннелдәр, юлдар, йорттарҙы һыу баҫҡан, электр тапшырыу линиялары өҙөлгән, реклама щиттары йолҡонған...Нью-Йоркта кәм тигәндә 23 етди янғын сыҡҡан. 80-дән ашыу йорт юҡ ителгән.

Хәҙер Нью-Йоркта һауа торошо апарыу арыуланды: ямғыр туҡтаны, көслө ел иҫмәй.

Махсус рәүештә “Евроньюс” өсөн Нью- Йорктан ABC news хәбәрсеһе:

Ҡоторонған “Сэнди” ғәрәсәтенән һуң, Нью-Йорк яйлап ҡәҙимге тормошо менән йәшәй башланы. Түбәнге Манхэттендың күп райондарында әле һаман электр уты юҡ. Ҡайһы бер өлкәләрҙе һыу баҫҡан. Әммә күперҙәр ҡайтанан асыла. Автобустар йөрөй. Нью-Йорктың фонда биржаһы шаршамбы эш башлар, тип көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий