вторник, 30 октября 2012 г.

ОБСЕ:Украиналағы һайлауҙар- демократиянан ситкә тайпылыу.



Европаның именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы йәкшәмбе Украинала үткән парламент һайлауҙарын“демократиянан ситкә тайпылыу” тип атаны.
ОБСЕ күҙәтеүселәре фекере буйынса, һайлауҙар барышында власть административ ресурстарҙы кәрәгенән артыҡ ҡулланған, сәйәси фирҡәләрҙе финанслау аңлайышлы һәм асыҡ булмаған, киң мәғлүмәт сараларын ҡулланыуҙа ла тигеҙлек тойолмаған.
“Был күрәләтә артҡа сигенеү,-тип белдерҙе Евроньюсҡа ПАСЕ-ның Мониторинг буйынса комиссия ағзаһы Андреас Грасс,-шуны ла өҫтәп әйткем килә: Украина әле Кучма президент булған осорҙо хәтерләтә. Ул саҡтағы һымаҡ күп граждандар үҙҙәрен сәйәси тормоштан алып ташланған һымаҡ хис итә. Демократик тормошта ҡатнашыусылар ролен үҙҙәренә нисек ҡайтарыу тураһында уларға уйланырға кәрәк.”
“Әгәр беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалырға уйлаһалар,Украина хөкүмәте ағзалары менән бер өҫтәл артына ултырып, үҙебеҙҙең тәдимдәребеҙҙе һәм кәңәштәребеҙҙе әйтергә теләр инек. Был илдә закондар бар, уларҙы үтәйһе генә ҡалған,-”ти ОБСЕ һәм Демократик институттар, кеше хоҡуҡтары бюроһы миссияһы башлығы Одре Гловер.
Үҙ сиратында, идара итеүсе Региондар фирҡәһе матбуғат үҙәге етәксеһе Анна Герман ОБСЕ-ның парламент һайлауҙары баһаламаһында ғәйепләү күрмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий