вторник, 30 октября 2012 г.

Брахими: Сүриәлә граждандар һуғышы бара.



Сүриәнең Димәшк ҡалаһында дүшәмбелә ҡеүәтле шартлау яңғыраны- мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы айҡанлы килешеүенең һуңғы көнө булырға тейеш ине ул. Мина һалынған автомобиль шартлап, 10 кеше һәләк булды. Сүриә хөкүмәте шартлауҙа террористарҙы ғәйепләне.

Үҙ сиратында, Сүриә самолеттары баш ҡала янындағы ҡораллы төркөмдәрҙең позицияларын бомбаға тотто.

Ике яҡ та нисек кенә атаһа ла, Сүриәлә ысын граждандар һуғышы бара. Был хаҡта БМО-ның һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус вәкиле Лахдар Брахими килешеү һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүҙә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән әңгәмәһе ваҡытында белдерҙе.

“Сүриәләге хәлдәрҙе граждандар һуғышы тип бер нисә тапҡыр атағайным,- ти Брахими.-Әммә Сүриәлә һуғышыусы ике яҡ та берҙәм рәүештә быны инҡар итә. Телеканалдарҙың береһенән бер ҡатын сығыш яһаны. Уның бер улы хөкүмәт ғәскәре сафында, ә икенсеһе “Азат Сүриә армияһы”нда һуғыша. Граждандар һуғышы булмай тағы нимә һуң был?!”

Cергей Лавров үҙ яғынан Сүриәләге килешеү буйынса махсус вәкилдең инициативаһын баштан уҡ яҡлағанын иҫкә төшөрҙө. Тик, уның һүҙҙәре буйынса, Брахимиҙы ишетмәнеләр һәм Сүриәләге һуғыш ҡыҙғандан –ҡыҙа ғына бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий