вторник, 30 октября 2012 г.

“Сэнди” ғәрәсәте: АҠШ-та яр буйҙарында йәшәүселәрҙе эвакуациялай башланылар.



“Сэнди” ғәрәсәте Ҡушма Штаттарҙың халыҡ күп йәшәгән көнсығыш өлөшөнә йүнәлә. Тәбиғәт ҡазаһы ҡағылырға мөмкин булған ҡалаларҙа 10 миллион самаһы кеше йәшәй. Ғәрәсәт һөжүме, моғайын, Мэриленд һәм Яңы Англияның көньяҡ өлөшө араһына тура килер, тип көтөлә. Әммә әҙерлек эштәре яр буйы ҡалаларының барыһында ла, шуларҙың иң ҙуры булған  Нью- Йоркта ла бара.
Нью-Йорк мэры Майкл Блумберг:
“Иртәгә көслө ел, ҡойма ямғыр күрмәһәгеҙ, туғарылып китмәгеҙ. Был бик ҡурҡыныс ғәрәсәт, барыһы ла яҡшы тамамланыр, тип уйлаһам да, стихия көсәйеүе йәки йүнәлешен үҙгәртеүе ихтимал. Ул саҡта инде эҙемтәләре хәтәр буласаҡ һәм барыбыҙ ҙа хәүеф зонаһында ҡаласаҡбыҙ.”
Нью-Йорк властары етди рәүештә ҡала метроһын ябыу ихтималлығы хаҡында һөйләй, шулай уҡ халыҡты аҙыҡ- түлек алып ҡуйырға һәм автономлы энергия сығанаҡтары хаҡында уйларға саҡыра. Яр буйы ҡалаларының ҡайһы береһендә мәктәптәр һәм университеттар ябыласаҡ. Авиарейстар туҡтатылыуы ла мөмкин. Бер нисә штаттың губернаторы яр буйында йәшәгән урындарҙан һәм утрауҙарҙан халыҡты күсереү хаҡында күрһәтмә бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий