Шотландтар 2014 йылдың көҙөндә яҙмыштарын билдәләй
аласаҡ. Дүшәмбе көн Бөйөк Британия премьер- министры Дэвид Кэмерон һәм Шотландия
региональ хөкүмәтенең беренсе министры Алекс Сэлмонд бойондороҡһоҙлоҡ мәсьәләһе
буйынса референдум үткәреү тәртибен билдәләүсе килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Кэмерон кабинеты Шотландияның Бөйөк Британия составында
ҡалыуына ҡағылылышлы һорауҙы ла индереүҙе талап итте.
“Беҙ билдәһеҙлек осорон тамамлайбыҙ: Шотландия йә
Ҡушма Короллек менән берҙәмлек йә унан айырылыу өсөн тауыш бирәсәк, ул тәүгеһен
һайлар тигән өмөттәмен,-”тип белдерҙе Кэмерон.
Үҙ сиратында Сэлмонд былай тине:
“Референдумда бойондороҡһоҙлоҡ идеяһының еңеүенә
ышанаммы? Эйе, ышанам. Беҙҙең илебеҙҙең яҡты киләсәгенә ышанысты раҫлап, ә иң
мөһиме- социаль гарантияларҙы күҙ уңында тотоп еңеүебеҙгә ышанам. Берҙән- бер
көн Шотландияны сәскә атыусы, кешеләре бер- береһенә теләктәшлек һәм ышаныс
менән ҡараусы ил итеп күҙ алдына килтерәм.“
Әйтергә кәрәк, милләтселәр Бөйөк Британия составындағы
Шотландияның киңәйтелгән автономияһы өсөн йәки уға ҡаршы тауыш биреүҙәрен
теләгәйне.
Шотландия Англия менән бер союзда 305 йыл йәшәй. Ә
2014 йылдың көҙөндә шотландтарҙың Бэннокбернда
инглиздәрҙе еңеүенә 700 йыл тула.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, шотландтарҙың
28 проценты Ҡушма Короллек составынан сығырға теләр ине.
Комментариев нет:
Отправить комментарий