вторник, 16 октября 2012 г.

Һайлау һөҙөмтәләре: килеүселәр әҙ, еңеүсеһе- “Берҙәм Рәсәй.”



Уҙған йәкшәмбелә үткән региональ һайлауҙарҙа “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе еңде. Һайлауға килеү кимәле түбән булды. Ҡайһы бер эксперттарҙың фекере буйынса, күп һайлаусылар  һайлау һөҙөмтәләрен үҙгәртә алыуҙарына ышанмай.

“Голос” ассоциацияһы етәксеһе фекере буйынса, “Берҙәм Рәсәй”уңышы- күп һанлы фальсификациялар һөҙөмтәһе:

“Региональ, урындағы һәм муниципаль һайлауҙарҙа хәлдәр артыҡ үҙгәрмәй,  фальсификациялар буйынса ла, һайлаусыларҙы мәжбүриләү буйынса ла, мутлашыу юлдары буйынса ла технологик алымдар һаҡлана килә.”

Әйтергә кәрәк, күп кенә күҙәтеүселәрҙең билдәләүенсә, “Берҙәм Рәсәй” һөҙөмтәләре маҡтанырлыҡ түгел. Еңгән региондарҙың күбеһендә ул саҡ- саҡ 50 процентты уҙа алған. Икенсе күҙәтеүселәрҙең раҫлауынса, “Берҙәм Рәсәй”уңышы- рәсәйлеләрҙең хөкүмәт башлығы курсын яҡлау билдәһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий