Төркиә Сүриәнең граждандар самолеттары өсөн үҙ һауа
киңлектәрен япты. Үҙ яғынан Сүриә лә төрөк лайнерҙарына ҡарата шундай уҡ аҙым
яһаны. Былар барыһы ла Мәскәү- Димәшк рейсындағы ваҡиға шауҡымы: шаршамбы көн
Сүриә самолетын Анкара аэропортына төшөргә мәжбүр иткәйнеләр. Төрөк властары
белдереүенсә, пассажирҙар бортында ҡорал булған. Йәкшәмбе көн Рәсәй сит ил
эштәре министры Сергей Лавров был ваҡиғаның ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе
боҙмаясағына ышандырҙы. Уның әйтеүе буйынса, бортта легаль йөк булған һәм
Мәскәү төрөк яғынан әле булһа рәсми аңлатма ала алмаған.
Төрөк хәрбиҙәре иһә Сүриә сигенә тупланыуҙы дауам итә.
Сүриәнең сик буйы райондарында хөкүмәт көстәре һәм оппозиция араһында
бәрелештәр туҡтамай. Элеккесә илдең төньяғындағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе
булған Алеппоны берәү ҙә ҡулға төшөрә алмай. Хөкүмәт сығанаҡтары хәбәр
итеүенсә, ҡала үҙәгендәге мәсет боевиктарҙан тартып алынған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий