понедельник, 15 октября 2012 г.

Йәш Пакистан хоҡуҡ һаҡлаусыһын Британияла дауалаясаҡтар.



14 йәшлек Пакистан хоҡуҡ һаҡлаусыһы Малала Йософзай Бөйөк Британияға дауаланырға оҙатылған. 9 октябрҙә ҡыҙға һөжүм итәләр- террористар ҡыҙ ултырған мәктәп автобусына ут аса. Бала күп һанлы тән йәрәхәттәре ала. Был ваҡиға өсөн яуаплылыҡты Пакистандың экстремист талиптары үҙ өҫтөнә алды. Уларҙың белдереүенсә, ул һөжүм- Малаланың көнбайыш ҡараштары һәм исламистарҙы тәнҡитләүе өсөн үс алыу.

Уҙған йәкшәмбелә Карачиҙа, йәш хоҡуҡ һаҡлаусыны яҡлап, талиптарға ҡаршы күп халыҡ ҡатнашлығындағы акциялар үтте. Күптәре ҡыҙҙың портретын тотҡан килеш уның ҡыйыулығы хаҡында һөйләне:

“Талибан”дың үҙ ҡараштарын көсләп тағыуына ҡаршы сығабыҙ. Талиптарҙың исламды үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыуына ҡаршыбыҙ һәм патриотизмды улар аңлағанса ҡабул итмәйбеҙ”.

11 йәштән Малала Йософзай үҙ интернет- блогын алып бара. Унда ул талиптар контроллеге  аҫтындағы Сват үҙәнендә булған язалауҙар һәм үлтерештәр хаҡында яҙа, һөҙөмтәлә, “Талибан”дың ҡара исемлегенә эләгә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий