Литвала бөгөн парламент
һайлауҙары үтә. Һуңғы һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, һайлауҙарҙа ике фирҡә алда
булырға тейеш- элекке финанс министрлығы башлығы Альгирдас Буткявичус етәкселек
иткән социал- демократтар һәм сығышы менән Рәсәйҙән булған эшҡыуар Виктор Успасскихтың Хеҙмәт фирҡәһе. Улар бергәләп коалицон хөкүмәт төҙөй алалар. Идара
итеүсе консерватив фирҡә тауыштарҙың 12 процентына ғына өмөт итә ала.
Литвалағы һайлауҙар
менән параллель рәүештә Висагин АЭС-ын төҙөүҙең кәрәк- кәрәкмәүе тураһында
референдум да үтәсәк.
Вильнюс кешеләре
һөйләй:
“Минең уйымса, атом
энергияһынан баш тартырға ваҡыт. Хәҙер инде ҡояш энергияһы бар,ел энергияһы.
Экономиялыраҡ йәшәрбеҙ, тәбиғәт тә зыян күрмәҫ.”
“Мин АЭС яҡлы. Энергия
хаҡтарының бер аҙ күтәрелеүенән бойондороҡһоҙлоҡ мөһимерәк.”
Станция төҙөү яҡлы
булғандарҙың уйы буйынса, 1,5 мең мегаватлы реактор Литваны Рәсәйгә бәйле
булыуҙан ҡотҡарасаҡ. Социологтарҙың әйтеүе буйынса, референдумдың килеп сыҡмауы ла
ихтимал: һөҙөмтәләрҙең легитимлығы өсөн унда һайлаусыларҙың яртыһы ҡатнашырға
тейеш.
Комментариев нет:
Отправить комментарий