пятница, 12 октября 2012 г.

Ауыр хәлдәге Малала Равалпинди госпиталенә күсерелде.



Талиптар ҡулынан бик ныҡ йәрәхәтләнгән Пакистандың 14 йәшлек хоҡуҡ һаҡлаусыһын илдең төньяҡ- көнсығышындағы Равалпинди ҡалаһы хәрби госпиталенә күсергәндәр.

Властарҙың уйынса, радикаль исламистарҙың позициялары үтә көслө булған Пешавар дауаханаһында ҡалдырыу Малала Йософзайҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыр ине. Бынан тыш Равалпинди ҡалаһында ҡыҙҙы дауалаусы врачтарға Британия белгестәре лә ҡушыласаҡ.

Уҙған шишәмбелә, мәктәптән өйөнә ҡайтҡан саҡта, Малаланың башын, муйынын яралайҙар. Көнэлгәре врачтар пуляның береһен алды, тик хәле һаман ауыр.

Кесаҙна көн Пешавар мәктәптәренең тиҫтәләрсә уҡыусы ҡыҙы, Малаланы яҡлап, манифестацияла ҡатнашты.

Был Пакистан ҡыҙы 2009 йылда, блог алып бара башлағандан һуң билдәле булып китә. Унда ул Сват үҙәнендәге ҡыҙҙар өсөн асылған мәктәптең ябылыуы, “Талибан”хәрәкәте боевиктары уҙғарған язалар хаҡында яҙа.

Комментариев нет:

Отправить комментарий