Кесаҙна көн Белфаста аборттар яһау менән шөғөлләнгән
тәүге шәхси клиника алдында ҡаршылыҡ акцияһы үтте. Бынан алда йәмғиәттә шаулы
бәхәстәр булды, һәм Төньяҡ Ирландия прокуратураһы тикшереүҙәр башланы.
Клиника хужалары Төньяҡ Ирландия ҡануниәтенә ярашлы
эшләүҙәре хаҡында белдерҙе, әммә “Ғүмер баһалап бөтөргөһөҙ” хәрәкәте
активистарын был ышандырманы.
“Беҙҙең әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр тураһында хәстәрлек күргән
яҡшы врачтарыбыҙ, һаулыҡ һаҡлау департаменты бар. Тыуып өлгөрмәгән баланың
ғүмерен тартып алыуҙы һайлау булмаҫҡа тейеш! Бында бит һүҙ ике кеше
хаҡында бара!”
Төньяҡ Ирландияла аборттар ҡаты тәртипкә һалынған,
шуға ла, ауырын алдырыу өсөн, күп ҡатындар Бөйөк Британияның башҡа региондарына
юллана.
Сьюзан Ли 23 йәштә. Бер нисә ай элек ул,
интернет аша таблетка алдырып, балаһын төшөрткән, сөнки үҙен әсә булырға әҙер
түгел тип иҫәпләгән. Төньяҡ Ирландия ҡануниәтенә ярашлы, яңы клиника уға ярҙам
итә алмаҫ ине.
“Мин баламды алдырғанға көйөнмәйем,- ти
Сьюзан.-Шул арҡала кешеләрҙең миңә насар мөнәсәбәттә булыуы ғына ҡыйын. Медицина
ярҙамынан тыш быларҙы йырып сығыуы ауыр булды.”
Төньяҡ Ирландияның дини халҡы өсөн бала
төшөрөү- йөрәкте
әрнеткес мәсьәлә. Бында аборт өсөн һуңғы срок- 9 аҙна, ә Бөйөк Британияның
башҡа урындарында-24 .
Комментариев нет:
Отправить комментарий