пятница, 19 октября 2012 г.

Евроберләшмә саммиты: Париж һәм Берлин Банк союзы хаҡында бәхәсләшә.



 Евроберләшмәнең 27 ил башлығы Брюсселгә көрсөк саммитына килде. Көн тәртибендә- Европа Банк союзын төҙөү. Бәхәстәр, айырыуса Берлин һәм Париж араһында, ҡыҙыу бара. Германия һәм Франция был проблематика буйынса ла, Евроберләшмә дәүләттәренең милли бюджеттарын контролдә тотоу мәсьәләһе буйынса ла фекерҙәш түгел.

Осрашыу башланғансы, Франция президенты Франсуа Олланд былай тип белдерҙе:  
         
“Бюджет союзын көсәйтеү хаҡында тәҡдимдәр бар. Беҙ уларҙы һуңғараҡ тыңларбыҙ. Әлеге мәлдә көн тәртибендә Банк союзы мәсьәләһе тора. Меркель ханым менән беҙ был хаҡта, һис шикһеҙ. һөйләшербеҙ, тик киләһе этапта. Уға күсеү өсөн тәүҙә Банк мәсьәләһен тамамларға кәрәк.”

Олланд йәһәтерәк Банк союзы ҡағиҙәләрен булдырырға тырыша, Германия канцлеры Ангела Меркель иһә “сифат тиҙлектән мөһимерәк”, тип иҫәпләй:

“Саммитта ҡарар ҡабул итеү көтөлмәй, беҙ пакетты декабргә әҙерләргә йыйынабыҙ. Әммә ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итеүебеҙҙе билдәләү кәрәк. Бының өҫтөндә күп эшләргә тура киләсәк.”

Меркель Еврокомиссияға Тотороҡлолоҡ һәм үҫеш пактын боҙоусы илдәр бюджетына вето һалыу хоҡуғы биреү яғында. Һүҙ ВВП буйынса 3 % бюджет дефициты лимиты тураһында бара. Әйтергә кәрәк, әле күп дәүләттәр был положениены үтәмәй.

Брюсселдән еврозонаның проблемалы иҡтисадтарын ЕС лидерҙары нисек ҡотҡарырға йыйыныуҙарын ишетергә теләгән инвесторҙар саммит барышын ентекләп күҙәтә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий