пятница, 19 октября 2012 г.

Польша бурҙарына катафалк оҡшаған.



Берлиндан алыҫ түгел Хоппегартен ҡаласығында ғәҙәти булмаған урлашыу булған- ерләү контораһынан мәйеттәрҙе күмер алдынан 12 табут менән катафалктар урланған. Уларҙың икәүһе буш, ҡалғандарында мәйеттәр ятҡан. Катафалктарҙың береһен Польшаның Познань ҡалаһында тапҡандар, ҡалғандары әле булһа табылмаған. Тикшереү эшенә Польша полицияһы ла ҡушылған. Мәйеттәрҙең туған- тумасаһы шок хәлендә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий