суббота, 20 октября 2012 г.

Киев Европа һәм Евразияның юл сатында.



Әгәр 28 октябрҙәге һайлауҙар ғәҙел үтһә, Евроберләшмә һәм Украина мөнәсәбәттәре бер аҙ яҡшырасаҡ, тип раҫлай дипломатик сығанаҡтар. Шуға ҡарамаҫтан Европаның ҡайһы бер абруйлы илдәре, мәҫәлән Германия, элекке премьер- министр Юлия Тимошенко һаман төрмәлә ултырған саҡта һәм демократия менән бәйле мәсьәләләр булғанда, Украина- ЕС ассоциацияһы Килешеүенә ҡаршы.
Украинала иһә быға күҙ йоморға ла мөмкин булыр ине, тип иҫәпләйҙәр. Халыҡ- ара эштәр буйынса парламент комитеты рәйесе урынбаҫары Леонид Кожара һөйләй:
“Демократия мәсьәләләре һәм Юлия Тимошенко эше хаҡында иҡтисади, техник, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләге хеҙмәттәшлек хаҡындағы һөйләшеүҙәр менән параллель рәүештә фекер алышырға мөмкин. Шуға мин Евроберләшмә позицияһын яҡламайым. Бер мәсьәлә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең бөтә спектрын ҡаплап китергә тейеш түгел.”
Әммә үҙ вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнгән Юлия Тимошенкоға хөкөмдө Көнбайышта Виктор Януковичтың шәхси үсе һымаҡ ҡабул итәләр. Уның өҫтөнән процесты сәйәси тип таптылар, һәм Украина президентының Брюсселгә визиты кисектерелде. Европарламентта Киев менән артабанғы мөнәсәбәттәрҙе уның демократик ҡиммәттәргә таянып эш итеүенә бәйләйҙәр.
“Европа парламентында Украиналағы сәйәси хәлдәргә күптән, һуңғы һайлауҙарҙан алып хәүефләнеп ҡарайҙар,- ти Европарламент депутаты Ребекка Хармс.- Беҙ уның хоҡуҡи дәүләт булараҡ үҫеше менән, матбуғат ирке, һүҙ ирке, фекерҙәр төрлөлөгө өлкәһендәге хәлдәр менән ҡәнәғәт түгел. Юлия Тимошенко һәм Юрий Луценко менән булған хәлдәр беҙҙе һағайта һәм былар киләһе һайлауҙарға ла күләгә төшөрә”.

Тик, ҡайһы бер эксперттарҙың фекере буйынса, Евроберләшмәлә Украинаға ҡарата уртаҡ позиция юҡ. Ҡайһы бер илдәр, Киевты индермәй, ишекте ябып ҡуйыр ине, әммә Польша етәкселегендәге элекке соцлагерь илдәре, ЕС-тың Украинаны юғалтыуынан ҡурҡып, аҡыллыраҡ эш итеү яғында. Нисек кенә булмаһын, киләһе ЕС-Украина саммиты парламент һайлауҙарының нисек үтеүенә бәйләнгән.

Европа- атлантик хеҙмәттәшлеге институты хеҙмәткәре Александр Сушко һөйләй:

“Тимошенкоға шәхси мөнәсәбәттәре булған эксперттар һәм сәйәсмәндәр бар, Тимошенконы төрмәгә ултыртыуҙы улар үҙҙәренә ҡаршы сығыу, тип ҡабул итә. Ә берәүҙәр өсөн иһә был сәбәп кенә. Ҡыҫҡаһы, былар барыһы ла Украна менән  Евроберләшмә мөнәсәбәттәре араһында торғонлоҡ тыуҙыра.”

Украиндарҙың арыу ғына өлөшө Евроберләшмә менән яҡынайыу яҡлы, шул уҡ ваҡытта улар илдәрендәге хәлдәр өсөн ниңә көйөнөүҙәрен дә яҡшы аңлайҙар:

“Евроберләшмә Тимошенко өсөн Виктор Януковичты дөрөҫ тәнҡитләй. Бер ерҙә лә сәйәсәт өсөн кешене төрмәгә ултыртмайҙар. Беҙҙә ултырталар.”

“Моғайын, мөнәсәбәттәр яҡшырыр. Киләһе һайлау мотлаҡ Украинаның Евроберләшмә менән яҡынайырға ниәтләүен күрһәтәсәк.”

Украина иһә икенсе юл менән дә китеүе ихтимал. Уның иҡисады Рәсәй газына һәм Рәсәй газы транзитына бәйләнгән. Ә уға хаҡтар Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡазахстан таможня союзына ингән хәлдә генә төшөрөләсәк. Евроберләшмә иһә Киевҡа йә Европа, йә Евразия союзын һайларға тура киләсәген алдан иҫкәртеп ҡуйҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий