суббота, 20 октября 2012 г.

Брахими Ҡорбан байрамында Сүриәгә тыныслыҡ теләй.



Сүриәлә хөкүмәт ғәскәрҙәре илдең төньяғында һөжүм башланы. Баш күтәреүселәрҙең отрядтарына ҡеүәтле авиаһөжүм яһала. Тегеләре кассеталы бомбалар ҡулланыуҙары хаҡында һөйләй. Алеппола аяуһыҙ алыштар туҡтамай. Бәрелештәр тураһында хәбәрҙәр Хомс, Дераа провинцияларынан һәм башҡа райондарҙан да килә.
Йома көн Димәшккә Сүриә буйынса БМО-ның һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус вәкиле Лахдар Брахими килде. Ул һуғыш ялмап алған илдә тыныслыҡ урынлаштырырға тырышып ҡараясаҡ. Уның мосолмандарҙың ҡорбан байрамы ваҡытында тыныслыҡ урынлаштырыу тәҡдиме байтаҡ илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә яҡлау тапты.
“Беҙ бында, Сүриәлә, туғандарыбыҙ: хөкүмәт, сәйәси фирҡәләр, ябай сүриәлеләр менән һөйләүшеүҙәр үткәреү өсөн килдек. Беҙ көс ҡулланыуҙы кәметеү һәм бөтөнләй туҡтатыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ,-”тине ул.
Әлеге мәлдә Төркиә- Сүриә сиге тирәһендә лә бәрелештәр бара. Йома көн Төркиә территорияһында ике снаряд ярылған. Төрөк армияһы уға яуап биргән. Төркиәнең сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт улы ла Брахими тәҡдимен хупланы:
“Төрөк Республикаһы хөкүмәте исеменән Сүриә конфликтында ҡатнашыусы бөтә яҡтарҙы ла ваҡытлы килешеүгә саҡырабыҙ, айырыуса 4 көнлөк Ҡорбан байрамы осоронда, ә, бәлки, алла бирһа, бынан да ҙурыраҡ срокка.”
Әхмәт Дауыт улы “Сүриә ҡатындары һәм балалары байрамды тыныс уҙғарыр”тигән өмөт белдерҙе. Төркиәнең сит ил эштәре башлығы байрам осоронда Анкараның Сүриә ҡасаҡтарын аҙыҡ- түлек һәм медикаменттар менән тәьмин итеүҙе арттырасағын да әйтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий