Рәсәйҙә.Владимир
Путиндың оппоненттары оппозицияның Координация советына һайлауҙар үткәрә. Интернеттан
тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса уға ирекле
45 сәйәсмән инергә тейеш. Һуңғы аҙналарҙа кандидаттар шәхси “Ямғыр” телеканал
эфирында фекер алышты. Ҡайһы бер күҙәтеүселәр быларҙы “күләгә парламентына
праймериз”тип тә атаны. Ҡаршылыҡ хәрәкәте лидерҙары иһә быны Рәсәйҙәге
оппозиция эшмәкәрлеген сифат яғынан яңы кимәлгә күтәреү теләге менән аңлата.
Оппозиция сәйәсмәне
Алексей Навальный:
“Оппозиция хәрәкәтенең
абруйын махсус рәүештә төшөрөүҙәре һәм халыҡтың уны яҡламауы- дөйөм күренеш.
Оппозицияны яҡламайҙар,тиҙәр. Ниңә яҡламайҙар һуң? Һайлауҙарҙы ла күбеһенсә
ниндәй кешеләрҙе, ниндәй идеологияны. эшмәкәрлектең ниндәй алымдарын яҡлауҙарын
белер өсөн үткәрергә булдыҡ. Был нормаль конкуренция.”
Интернетта тауыш биреү
өсөн 160 мең кеше теркәлде- улар күбеһенсә ҙур ҡала халҡы, ә Рәсәй
провинцияларында был турала белмәйҙәр ҙә.
Координация советына
үҙ кандидатураһын ҡуйыусылар- урамдарҙа ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәм
Владимир Путиндың властан китеүен талап иткән оппозиция сәйәсмәндәре.
Комментариев нет:
Отправить комментарий