Һайлау участкалары
урындағы ваҡыт менән сәғәт һигеҙҙә асылды. Һайлауҙар барышын 60 000 урындағы
һәм 2 000 халыҡ- ара күҙәтсе күҙәтә.
Тәүгеләрҙән булып ил
власында инде 9 йыл торған президент Михаил Саакашвили тауыш бирҙе. Ул
етәкләгән идара итеүсе “Берҙәм милли хәрәкәт”фирҡәһе һуңғы ваҡытҡа ҡәҙәр ярыш
фавориты булды.
Грузия төрмәләрендәге тотҡондарҙы язалау менән
бәйле ғауға ҡалҡып сыҡҡас, хәлдәр үҙгәрҙе. Һөҙөмтәлә, Бидзина Иванишвили
етәкләгән оппозициялағы “Грузин хыялы” коалицияһы өҫтәмә тауыштар алыуы
ихтимал. Һайлауҙар алдынан алынған һорашыуҙар һөҙөмтәһе ҡаршылыҡлы.
3,5 миллион грузин
һайлаусыһы парламентҡа 150 депутат һайларға тейеш. Күҙәтселәрҙең фекере
буйынса, һайлау һөҙөмтәләре илдең киләһе йылдарҙағы сәйәси курсына етди йоғонто
яһаясаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий