Осман империяһының икенсе “солтан ҡалаһы”тарихи үҙәге өсөнсө көн
яна. Урта быуаттың боронғо Суҡ әл-
Мәҙинә баҙарынан ут Иҫке Алеппо ҡалаһының башҡа биналарына күсте. Был район Бөтә
донъя ЮНЕСКО мираҫы объекттарына инә һәм Сүриәнең иң күренекле урындары
иҫәпләнә. Әммә армия һәм баш күтәреүселәр араһында барған туҡтауһыҙ алыштар уны
хараба хәленә төшөрҙө.
Баш күтәреүселәрҙең раҫлауынса,улар Иҫке ҡаланың 90
процентын контролдә тота, ә хәрбиҙәр нығытма эсендә йәшеренә. Властар баш
күтәреүселәрҙе тарихи һәйкәлдәрҙе ҡыйратыуҙа һәм урлауҙа ғәйепләй. Уларҙың
һүҙҙәре буйынса, оппозиция яғында һуғышҡан боевиктар тарихи ҡомартҡыларҙы
ҡоралға алмаштыра. Хәрбиҙәр Алеппо тирәһендә терроризмға ҡаршы рейдтар үткәрә.
Баш күтәреүселәр, үҙ сиратында, ҡораллы көстәрҙе Идлиб
провинцияһы Салкин ҡалаһының тыныс халҡын һәләк итеүҙә ғәйепләй. Уларҙың
һүҙҙәре буйынса, 17 кеше, шулар иҫәбендә 3 бала, авиаһөжүм ҡорбаны булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий