вторник, 2 октября 2012 г.

Украина журналистары яла яғыу хаҡындағы закон проектынан баш тартыуҙы талап итә.



Йөҙҙәрсә Украина журналисы, активистар дүшәмбе көн Юғары Рада бинаһы алдына яла өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу хаҡындағы закон проектына ҡаршылыҡ белдереү маҡсаты менән йыйылды.
Идара итеүсе Региондар фирҡәһе тәҡдим иткән текст 18 сентябрҙә тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде. Ул яза рәүешендә 8,5 мең евро күләмендә штраф һалыуҙы һәм 5 йылға ҡәҙәр төрмәгә ултыртыуҙы күҙ уңында тота.
“Рада спикеры Владимир Литвин шишәмбе көн яла хаҡындағы закон проекты  ҡарарын ҡайтанан тикшерерүгә ҡуйырға вәғәҙә итте. Оппозиция вәкилдәре лә, идара итеүсе күпселек тә унан баш тартырға вәғәҙә итә,- тип хәбәр итә беҙҙең махсус хәбәрсебеҙ Ангелина Карякина.-Әммә журналистар вәғәҙәләргә ышанмай һәм Юғары Радаға йәнә килергә йыйына.”
Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе тәүге бите буш булған баҫмалар менән килде. Акцияға “Википедия”ның Украина версияһы ла ҡушылды.
“Был тексты ҡабул итеүгә ҡамасаулауҙың берҙән- бер юлы- ҡаршылыҡ. Журналистарҙың ҡаршылығы һәм Украинала, сит илдәрҙән власҡа баҫым яһауҙың башҡа формалары- башҡаса беҙҙең сара юҡ!-”тип иҫәпләй оппозициялағы “Украина дөрөҫлөгө” журналисы Сергей Левченко.
“Дүртенсе власть” вәкилдәре шуға ышана: Региондар фирҡәһе яла хаҡындағы закон проектын 28 октябргә тәғәйенләнгән парламент һайлауҙары алдынан киң мәғлүмәт сараларына баҫым яһау өсөн тәҡдим иткән.










Комментариев нет:

Отправить комментарий