воскресенье, 28 октября 2012 г.

Мәскәүҙә оппозиционерҙар Навальный, Яшин һәм Удальцов ҡулға алынды.



Мәскәү полицияһы шәмбе көн оппозицияның бер нисә активисын Лубянкаға килтерҙе, улар араһында Һул фронт лидеры Сергей Удальцов, “Роспил” проекты авторы Алексей Навальный, “Солидарность” хәрәкәте лидерҙарының береһе Илья Яшин да бар ине. Улар, ҡулға алынған оппозиционерҙарҙы иреккә сығарыуҙы талап итеп, ҡаршылыҡ акцияһы үткәргәндәр. Полиция вәкилдәре белдереүенсә, акцияға санкция алынмаған булған һәм оппозиционерҙар “йәмәғәт тәртибен боҙоу өсөн” ҡулға алынған.
Сергей Удальцовтың адвокаты Виолетта Волкова бының менән риза түгел:
-Ул кешеләр нимә эшләй? Уларҙа плакаттар юҡ, улар бары тик баҫып торалар. Әйтәйек, улар Удальцов янына килде. Нәмә, был тыйылған эшме? “Урамда өс кешенән артыҡ йыйылырға ярамай “тигән закон бармы әллә беҙҙең?
-Тимәк, һеҙҙеңсә, уларҙы законһыҙ рәүештә ҡулға алғандар?
-Минең уйымса, уларҙы законһыҙ рәүештә ҡулға алғандар.
Бынан алдараҡ, шул уҡ көндө, оппозицияның Координация советы ултырышы булды. Уның рәйесе итеп Алексей Навальный һайланды.
Ултырышта ҡулға алынған оппозиоционерҙар яҙмышы һәм Советтың киләсәккә пландары хаҡында һөйләшеү булды.Унда уҙған аҙнала һайланған 45 делегаттың 29-ы ҡатнашты. Улар араһында өсөнсө урынды алған Гарри Каспаров бына нимә тине:
-Барығыҙға ла мәғлүм, был ауыр, сәнскеле, оҙон юлдағы тәүге аҙымдар ғына. Әммә бөгөн Рәсәй оппозицияһының йүнәлеш биреүсе реаль легитим органы барлыҡҡа килде.
Координация советы яңы акциялар үткәрергә һәм уларҙың берәүһен Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙан һуң үткәрелгән ҡаршылыҡ демонстрацияһы йыллығына бағышларға тәҡдим итте.
Рәсәй “эсерҙары” ҡаршылыҡ хәрәкәтенән ситләште. Ғәҙел Рәсәй лидеры Сергей Миронов һүҙҙәре буйынса, фирҡәнең был хәрәкәт менән берләшеүе һуңғы региональ һайлауҙарҙа “эсерҙар”ға уңыш килтермәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий