суббота, 27 октября 2012 г.

Сүриәләге ваҡытлы килешеү Димәшктә һәм Дераала күккә осто.



Сүриәләге Ҡорбан байрамы айҡанлы иғлан ителгән килешеү башланыу менән өҙөлдө.
Йома көн Димәшктәге Омар ибн Хаттаб мәсете янында шартлатҡыс тултырылған автомобиль күккә осто. Милли телевидение һәм оппозициялағы Кеше хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса обсерватория мәғлүмәттәре буйынса, 5 кеше һәләк булған, 30-ы тән йәрәхәттәре алған.

Йәнә бер мина һалынған автомобиль Дераа ҡалаһы янындағы контроль үткәреү пункты янында шартлатылған. 3 хәрби хеҙмәткәр һәләк булған, 8-е яраланған.

Йәмғеһе, оппозиция мәғлүмәттәре буйынса, һуғышты туҡтатыу хаҡындағы килешеү башланғаны бирле 47 кеше һәләк булған: шуларҙың 16-һы- ябай граждандар, 19-ы- хөкүмәт һалдаттары, 12-һе-баш күтәреүселәр.

БМО-ның һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус илсеһе Лакдар Брахими тәҡдиме менән башланған ваҡытлы килешеү йома көн иртәнсәк үҙ көсөнә инде. Ҡораллы көстәр командованиеһы һәм “Сүриәнең азат армияһы”уны үтәргә ҡарар итте, әммә “Әл-Ҡаиҙә” менән бәйле радикаль ислам төркөмдәре- Алеппо тирәһендә һәм Сүриәнең төньяғында хәрәкәт иткән “Еңеү фронты”, Димәшк тирәһендә урынлашып алған “Ислам партизандары” баш тартты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий