суббота, 27 октября 2012 г.

Ҡытайҙың Нинбо ҡалаһы халҡы химия заводына ҡаршы.



Көнсығыш Ҡытайҙың Чжецзян провинцияһына ҡараған Нинбо ҡалаһында меңләгән кеше, параксиален етештереүсе химия заводын киңәйтеүгә тәүәккәл рәүештә “юҡ” тип әйтер өсөн, демонстрацияға сыҡты. Тыныс ҡына башланған акция полиция менән аяуһыҙ бәрелешкә барып етте. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың бер нисәүһе ҡулға алынды.
Нинболағы ҡаршылыҡ акцияһы дүртенсе тәүлек бара, көндән- көн уға ҡушылыусылар һаны арта. Урындағы завод администрацияһы манифестацияла ҡатнашыусы эшселәргә эштән ебәреү менән янай.
Параксиален полиэстер етештереү өсөн файҙаланыла. Белгестәр әйтеүенсә, аҙ ғына ваҡыт эсендә лә ул күҙ, танау, ауыҙҙы ҡуҙғыта, ә уның даими тәьҫиренән үҙәк нервы системаһы зарарлана.
Ҡала халҡы урындағы властарҙан Нинболағы һауаның бысраныуына ҡаршы сара күреүҙе күптән һорай. Акцияға демонстрацияла ҡатнашыусылар битлектәр кейеп килде.
Иҡтисади үҫештең тиҙләтелгән моделен һайлаған Ҡытайҙа экология туҡтауһыҙ насарая, шул арҡала ҡаршылыҡ акциялары йыш була.
Ике аҙнанан Ҡытай Коммунистик фирҡәһенең ил етәкселегенең яңы составын билдәләйәсәк хәл иткес съезы буласаҡ. Был ваҡиға алдынан Ҡытай властары халыҡҡа асыҡ эш итеүҙәрен күрһәтмәксе, шуға ла Нинболағы манифестация хаҡындағы хәбәрҙәргә социаль селтәрҙә блок ҡуйылманы, әммә фотоларҙы урынлаштырыу менән проблемалар булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий