понедельник, 29 октября 2012 г.

Грек журналисы “Лагард исемлеге”н баҫып сығарғаны өсөн ҡулға алынған.



Грецияла популяр булған «Хот док» журналы редакторы Костас Ваксеванис ҡулға алынған. Уны, Швейцария банкында иҫәптәре булған 2 000 грек гражданының исемлеген баҫып сығарғандан һуң, үҙ йортонда ҡулға алғандар. Исемлектәге кешеләрҙең күбеһе- банкротлыҡ алдында торған илдең билдәле бизнесмендары һәм сәйәсмәндәре. Ике йыл элек был исемлек Греция хөкүмәтенә француз властары тарафынан тапшырылған.

“Мин журналист  башҡарырға тейеш булған эште генә эшләнем,-тип белдерҙе Ваксеванис.-Мин йәшереп йөрөтөлгән дөрөҫлөктө астым. Закон алдында яуап бирергә тейешле кешеләр- исемлекте йәшереп, уның барлығын инҡар иткән министрҙар. Ә мин, журналист булараҡ, үҙ бурысымды ғына үтәнем.”

Мәҡәләлә күрһәтелеүенсә, ҡайһы бер иҫәптәрҙә- 500 миллион евро. Кристин Лагард, Афинаға исемлекте ебәргән саҡта, был кешеләрҙең һалым түләү- түләмәүҙәрен асыҡларға тәҡдим иткән, әммә шул ваҡыттан алып бер тикшереү ҙә үткәрелмәгән.

Журналисты кешеләрҙең шәхси тормошона ҡыҫылыуҙа һәм хеҙмәт серҙәрен асыуҙа ғәйепләйҙәр. Уға төрмә янай.

Комментариев нет:

Отправка комментария