понедельник, 29 октября 2012 г.

Франция: ҡыш октябрҙә килде.



Францияның көнсығында ҡыш ғәҙәттәгенән күпкә алда килде. Йәкшәмбе иртән Гренобль урамдарында 25 сантиметрлы ҡар ята ине- урындағы халыҡ өсөн был көтөлмәгән хәл булды. Ҡар ауырлығы аҫтында сымдар өҙөлөп, 30 000 йорт электр утһыҙ ҡалды.
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы сәғәттәрҙә ҡар яуыу туҡтамаясаҡ әле. Француз Альптарында көрттәр ярты метрға етә, юлдарҙа боҙлауыҡ. Юлдар ябылыу сәбәпле, күп автомобиль хужаларына юлға сығыуҙы кисектереп торорға тура килде.
Көн боҙолоуы байтаҡ юл һәләкәттәренә килтерҙе, сөнки күпселек атомобиль хужалары ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсеп өлгөрмәгәйне. Өҫтәүенә, тиҙлеге сәғәтенә 130 километрға еткән ел тиҫтәләрсә ағасты йыҡҡан- был да юл хәрәкәтен боҙҙо.
Марселдә  илдәге иң ҙур “Наполеон Бонапарт” пассажирҙар борамын ел якорҙан йолҡоп алған. Борам туҡталҡаға бәрелеп ярылған һәм унда һыу тула башлаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий