среда, 24 октября 2012 г.

Мәккә: хаж ҡылыусылар тыныслыҡ өсөн доға ҡыла.



Сәғүд Ғәрәбстанында мосолмандарҙың исламдың Мәккәләге изге урындарына йыл һайын ҡылына торған хаж ғәмәле башланды. Быйыл был ваҡиғаға Сүриәләге һәм, ғөмүмән, Яҡын Көнсығыштағы хәлдәр күләгә төшөрҙө. Короллек властары сәйәси провокацияларҙан һаҡланыу кәрәклеген иҫкәртте. Хаж ҡылырға 2 миллиондан ашыу кеше килгән.

“Мин бөтә ғәрәп илдәренең берләшеүен теләйем. Илемә, Ливияға ла,  берҙәмлек теләйем. Үлтерештәргә, ҡан ҡойоуҙарға кешеләр сик ҡуйһа ине.”

“Сүриәләге хәлдәрҙең арыуланыуын теләп, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылам. Унда хәҙер хәлдәр ҡот осҡос. Был изге байрам да унда ғәҙәттәгесә шатлыҡлы булмаясаҡ.”

25 октябрҙә мосолмандар Ҡорбан байрамы үткәрә- ул хаж ғәмәленең иң мөһим өлөшө. Бынан алда изге сәфәр ҡылыусылар Ғәрәфәт тауына күтәреләсәк.

“Донъяның төрлө мөйөштәренән килгән әҙәмдәр бында бергә намаҙ уҡый. Беҙ төрлө телдә һөйләшәбеҙ, әммә барыбыҙ өсөн аңлайышлы бер һүҙ бар, ул – "тыныслыҡ". Тыныслыҡ теләйбеҙ һеҙгә. Был мөғжизәле күренеш,-”ти бер ҡыҙ.

Хаж ҡылыу- гөнаһтарҙан арындырған, ҙур сауаптарға ирештергән мосолмандың төп бурыстарының береһе. Ғүмер эсендә бер тапҡыр булһа ла һәр мосолман хаж ҡылырға тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий