среда, 24 октября 2012 г.

“Сейсмологтар эше” фәнни йәмәғәтселекте шаңҡытты.



“Ғауғалы вердикт-”гәзиттәр ошондай баш аҫтындағы мәҡәләр менән тулған. Аквилдағы ер тетрәү хәүефен баһалағанда, эшенә енәйәти һалҡын ҡараш һәм иғтибарһыҙлыҡ өсөн, 6 ғалимға хөкөм сығарылыу Италияла иғтибар үҙәгендә. Сейсмологтарҙы “алдан ниәтләнмәгән үлтереү’ҙә ғәйепләп, 6 йылға хөкөм иттеләр. Процесс донъя йәмәғәтселеген шаңҡытты. Белгестәрҙең фекере буйынса, бындай вердикт, ғалимдарҙы ҡурҡытып, властар менән хеҙмәттәшлектән ҡырҡа баш тартыуға килтереүе ихтимал.

Һүҙ ябай итальяндарға:

-Артығын ебәргәндәр, минең уйымса...Бындай хәлде алдан күҙаллау мөмкин түгел. Тик шулай ҙа, әгәр улар эксперт икән, күберәкте булдыра алырға тейеш.

-Минең уйымса, был зыянлы вердикт. Әгәр ғалимдар емерелеүҙәр күләмен һәм ҡорбандар иҫәбен алдан белеп тора алһа, улар тыныс ҡына эшләй алыр инеме ни?

Аквил фажиғәһе 2009 йылда булды. Тәбиғәт ҡазаһы 300-ҙән ашыу әҙәмдең ғүмерен өҙҙө. Ер тетрәүгә бер аҙна ҡалғас, эксперттар комиссияһы Аквилға хәүеф янамауы тураһында белдергәйне.

Европа сейсмологтары шуға баҫым яһай: ғалимдарҙан ер тетрәүҙең теүәл генә урынын һәм ваҡытын талап итергә ярамай, сөнки фән әлегә был кимәлгә етмәгән.

Адвокаттар суд ҡарарына ялыу бирергә һәм клиенттарының тулыһынса аҡланыуына ирешергә ниәтләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий