среда, 24 октября 2012 г.

Мәскәүҙәге Дубровкалағы терактҡа 10 йыл.



Рәсәй ил тарихында иң ҡурҡыныс терактты- Дубровкалағы Театр үҙәгендә аманатлыҡҡа алыуҙы иҫкә төшөрә. 2002 йылдың 23 октябрендә чечен боевиктары төркөмө “Норд-Ост”мюзиклы барған Театр үҙәгендә, 900 кешене ҡамап, аманатлыҡҡа алды. Штурм 26 октябрҙә башланды. Махсус операция һөҙөмтәһендә, террористар юҡ ителде, әммә аманатлыҡҡа алынған 130 кеше һәләк булды, араларында 10 бала ла бар ине.

Вымпелспецназы ветеранының операция хаҡында фекере:

“Ул мәлдә, кемде булһа ла ҡотҡарып ҡалыу өсөн, был берҙән- бер юл ине.”

Тик аманатлыҡҡа алыныусыларҙың күбеһе штурмдан һуң үлә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар властарҙы операция барышында ауыр хәлдәге кешеләр өсөн зыянлы булған   нервы- паралитик газ ҡулланыуҙары өсөн тәнҡитләне. Был газдың формулаһы әле булһа сер булып ҡала. Көс структураларының бындай операцияларҙы үткәреүгә әҙерлекһеҙ булыуҙары хаҡында ла һөйләнелде.

Иҫтәлекле саралар Мәскәүҙә йома үтәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий