вторник, 23 октября 2012 г.

Оппозицияның Координация советы менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһен Кремль әле хәл итмәгән.



Рәсәйҙә Рәсәй оппозицияһының координация советына һайлауҙар үтте. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса, Координация советына блоггер Алексей Навальный, “Солидарность”хәрәкәте лидеры Илья Яшин һәм күп халыҡ ҡатнашлығындағы тәртипһеҙлектәр ойоштороу буйынса енәйәт эше асылған һәм ҡаланан сығып китмәү тураһында ҡултамға биргән Һул фронт координаторы Сергей Удальцов һайланған.
Координация советына яҙыусы Дмитрий Быков һәм Гарри Каспаров та ингән.
Советтағы 45 урынға 209 кеше дәғүә иткән. Башлыса интернет аша барған һайлауҙарҙа 82 мең кеше ҡатнашҡан. Бынан тыш, ойоштороусыларҙың раҫлауынса, һайлау участкалары Федерацияның 35 субъектында һәм сит илдәрҙәге 7 урында асылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий