четверг, 4 октября 2012 г.

Грузия “ике власлылыҡ”алдынан.



Фирҡәһе оппозицияла торған президент һәм  фирҡәһе парламентта күпселекте тәшкил иткән премьер- министр Грузияны нимәгә килтерер? Эксперттар һәм аналитиктар киләсәкте төрлөсә юрайҙар, әммә бер нәмә буйынса фекерҙәре уртаҡ: килешеү еңел булмаясаҡ.

Халыҡ-ара көрсөк төркөмөнөң Кавказ программаһы директоры Лоренс Шитс былай ти:

“Әгәр ике яҡ та эшмәкәрлектәрен  килешеп, уртаҡ фекергә килеп башҡармаһа, урамдарҙа яңы ҡаршылыҡ акциялары, тәртипһеҙлектәр булыуы ихтимал. Һайлауҙар бөткәс тә, Иванишвили Саакашвилиҙы отставкаға китергә өндәне. Саакашвили быны эшләргә йыйынмай. Шуға күрә, әгәр улар килешә алмаһа, эске сәйәси хәлдәр тотороҡһоҙланып китеүе бик мөмкин.”

Эксперттар йәнә шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә ала: Саакашвили отстакаға ашҡынып тормаясаҡ- күсеш осоронда, яңы конституция үҙ көсөнә инеп, хөкүмәт башлығына күп вәкәләттәрҙе тапшырғансы, оппоненттарын тәнҡитләү һәм президент һайлауҙары алдынан уларҙы көсһөҙләндереү өсөн уның позицияһы бик уңайлы буласаҡ.

“Президент үҙенең фирҡәһенең еңелеүен танырға мәжбүр булды,- ти Тбилисиҙа йәшәүсе ҡатын.-Юғиһә фирҡәһе власҡа йәбешеп ята һымаҡ килеп сығыр ине.”

Ҡайһы берәүҙәр был хәлдең яҡшы яғын да күрә:

“Хәҙер Грузияла бер түгел, ике сәйәси көс, улар бергәләп Грузия менән идара итәсәк. Тимәк, контроль яҡшыраҡ буласаҡ, ә был, үҙ сиратында, Грузия файҙаһына.”

 Ике власлылыҡ ил төҙөлөшөнә ыңғай тәьҫир итерме? Һайлауҙарҙың еңеүсеһе, “Грузин хыялы”лидеры Бидзина Иванишвили Грузияның киләсәген нисегерәк күҙ алдына килтереүе хаҡында һөйләне. Иванишвилиҙың пландары шундайыраҡ:  Европа менән артабанғы интеграция, Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау, әммә иң мөһиме уға ил эсендә тыныслыҡты һаҡларға кәрәк.












Комментариев нет:

Отправить комментарий