среда, 3 октября 2012 г.

Әхмәҙинежад: Көнбайыш Иранға ҡаршы “психологик һуғыш”алып бара.



“Көнбайыш Иранға ҡаршы “психологик һуғыш”алып бара,-тип белдерҙе шишәмбе көн Таһранда сығыш яһап Ислам республикаһы президенты Мәхмүт Әхмәҙинежад.- Шуға ҡарамаҫтан Иран халҡын теҙ сүктерә алмаясаҡтар,”- тип өҫтәне ул.

Белдереү Иран милли валютаһының  ҡиммәте 9 процентҡа түбәнәйгәс эшләнде.

“Дошмандарыбыҙ нефтебеҙҙең баҙар өлөшөн кәметә, уны һатыуға санкция индерә алды,-тине Иран президенты,-бәхеткә күрә, беҙ ул юғалтыуҙарҙы компенсациялай алдыҡ. Шуныһы тағы ла насарыраҡ: банктарға ҡаршы санкциялар индерелде һәм улар нефть һатыуҙан килгән аҡсаны ала алмай. Был йәшерен һәм ҡаты һуғыш бөтә донъя буйынса бара.”

Һуңғы аҙнала Иран риалының долларға ҡарата фактик курсы өстән бер өлөшкә түбәнәйҙе. Эксперттарҙың фекере буйынса, был түбәнәйеү- Евроберләшмә һәм АҠШ  иҡтисади санкциялары һөҙөмтәһе. Һуңғы айҙарҙа Иранда күсемһеҙ милеккә һәм төп аҙыҡ- түлек продукттарына хаҡтар ҡырҡа күтәрелде.

“Быларға ҡарамай Иран үҙенең ядро программаһы үҫешен дауам итәсәк,-”тип белдерҙе президент Әхмәҙинежад.

Комментариев нет:

Отправить комментарий