вторник, 2 октября 2012 г.

Ҙур Барьер рифы юҡҡа сығыу алдында.



Ҙур Барьер рифы һуңғы 30 йыл эсендә мәрйендәренең яртыһы самаһын юғалтҡан- 1985 йылдан бирле Австралия ярҙары буйлап 2,5 мең километрға һуҙылған мәрйендәр теҙмәһен тикшереүселәр ошондай һығымта яһаған.

“Бындай шарттарҙа,- ти белгестәрҙең береһе,-киләһе тиҫтә йыл эсендә рифтың мәрйен ҡатламы йәнә яртылаш кәмейәсәк.”

Мәрйендәрҙең һәләк булыуын ғалимдар глобаль йылыныуҙан, тропик ғәрәсәттәрҙән, шулай уҡ мәрйен полибы менән туҡланыусы диңгеҙ йондоҙҙарынан күрә, улар бик ныҡ үрсеп киткән. Тикшеренеүселәрҙең уйынса, Ҙур барьер рифын ҡотҡарыу өсөн көстө тап шул йыртҡыс диңгеҙ йондоҙҙары менән көрәшкә йүнәлтергә кәрәк, сөнки глобаль йылыныу һәм диңгеҙ ғәрәсәттәре менән көрәш мөмкин булмаған эш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий