пятница, 26 октября 2012 г.

Сахаров премияһы Иранға китте.



Европарламент быйыл бер тауыштан академик Сахаров исемендәге “Фекер азатлығы өсөн” премияһын ике Иран диссидентына- адвокат Насрин Сотуде һәм режиссер Йәғәфәр Панахиға тапшырҙы. Режим менән асыҡтан- асыҡ көрәш өсөн, улар икеһелә төрмә сроктары алған. Быйыл  Pussy Riot һәм Белоруссия хоҡуҡ һаҡлаусыһы Алесь Беляцкий ҙа был премияға тәҡдим ителгәйне.
Европарламент президенты Мартин Шульц:
“Академик Сахаров исемендәге премияны тапшырып, ҡот осҡос шарттарҙа йәшәгән һәм ҡурҡыныс режимдың репрессияһына дусар булған кешеләргә көс һәм дәрт бирә алыуыбыҙға ғорурланырға тейешбеҙ, тип уйлайым.”
Оппозиционерҙарҙы яҡлап, шаулы процестарҙа сығыш яһаған адвокат Насрин Сотуде “хөкүмәткә ҡаршы пропаганда” өсөн 11 йылға хөкөм ителгән.
Алтын арыҫланға лайыҡ булған Йәғәфәр Панахи, 2009 йылда  оппозиция лидеры Мирхөсәйен Мусавиҙы асыҡтан- асыҡ яҡлағаны өсөн, 6 йылға хөкөм ителгән. Әле ул өй тотҡонлоғонда, кино төшөрөргә уға рөхсәт бирелмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий