пятница, 26 октября 2012 г.

“Сэнди” ғәрәсәте Нью-Йоркка һайлау көнөндә килеп етәсәк.



Кесе йома көн Багам һәм Куба утрауҙары буйлап ҡотороноп үткән “Сэнди” Ҡушма Штаттарҙың диңгеҙ буйҙарына янай. Хәүеф зонаһында Флорида, бынан һуң Нью-Йорк һәм Яңы Англияға ҡәҙәр Көнсығыш яр буйҙары. Унда ул 6 ноябрҙә- президент һайлауҙары көнөндә килеп етергә тейеш. АҠШ-та күреләсәк зыянды иҫәпләй ҙә башлағандар- бөтә әҙерлек сараларына ҡарамаҫтан, ул миллиард долларҙарға барып етеүе ихтимал.
Ғәрәсәткә икенсе хәүефлелек категорияһы бирелгән. Ул үҙе менән ҡойма ямғырҙар алып килә, ә елдең тиҙлеге сәғәтенә 190 километрға етеүе мөмкин.
Тәбиғәт ҡазаһы Кариб диңгеҙе утрауҙары дәүләттәрендә күп биналарҙы емергән, кәм тигәндә, ике тиҫтә кеше һәләк булған. Һәләк булыусыларҙың күбеһе Кубала һәм Гаитиҙа, ҡорбандар һаны артҡандан арта бара. Күп урындарҙа паникаға бирелгән халыҡ, магазиндарға ябырылып, аҙыҡ- түлек һәм кәрәк- яраҡ туплай башлаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий