пятница, 26 октября 2012 г.

Cүриә: байрам хаҡына алыштар туҡтармы?



Сүриә армияһы командованиеһы мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы ваҡытында һуғышты туҡтатып торорға фарман бирҙе. Һуғыш хәрәкәттәре 26- һынан 29 октябргә ҡәҙәр туҡтатыласаҡ. Әммә белдереүҙә шул һыҙыҡ өҫтөнә алына: ғәскәрҙәр ҡораллы төркөмдәрҙең, шулай уҡ Сүриә менән сиктәш булған илдәрҙән бәреп ингән террористарҙың килешеүҙе боҙоуҙарына яуапһыҙ ҡалмаясаҡ.
Оппозицияның “Азат Сүриә армия”һы белдереүенсә, хөкүмәт ғәскәрҙәре утты туҡтатҡан хәлдә, баш күтәреүселәр килешеү талаптарын үтәйәсәк. Тик 2 радикаль исламистар төркөмө быны эшләүҙән баш тартты. Уларҙың берәүһе төньяҡта, Алеппо, икенсеһе Димәшк тирәһендә алыша.
Кесаҙна көн Сүриәнең төрлө райондарында бәрелештәр булып торҙо. Сүриә властарының әйтеүенсә, уларға яҡшы ҡоралланған, ситтән ярҙам алған боевиктар ҡаршы тора.
Сүриә конфликты ҡорбандары инде 20 меңдән ашып китте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий