понедельник, 8 октября 2012 г.

Сүриә йәнә Аҡсаҡалаға атты, Төркиә яуап бирҙе.



Йәкшәмбе көн Сүриә территорияһынан ебәрелгән снаряд Төркиәнең Аҡсаҡалаһына килеп төшөтө. Был юлы бер кем дә зыян күрмәне, ә бына үткән шаршамбыла Сүриә яғынан ебәрелгән ракета 5 кешенән торған ғаиләне һәләк иткәйне.
Төркиә армияһы был атыуға шунда уҡ артиллерия залптары менән яуап бирҙе. Санлиурфа һәм Мурситпинар провинцияларында Төркиә ҡораллы көстәренең бронетехникаһы һәм өҫтәмә подразделениелары урынлашты.
Һуңғы тәүлектәрҙә Сүриәнең регуляр армияһына ҡаршы уғата әүҙем алышҡан баш күтәреүселәр Төркиә сигенән 2 километр алыҫлыҡтағы Хирбэт-әл-Джоуз ауылын ҡулға төшөрҙө һәм контроль үткәреү пункты бинаһына “Сүриәнең ирекле армияһы”байрағын элеп ҡуйҙы.
Сүриәнең вице- президенты Фаруҡ аш- Шараа, “илдең күсмә хөкүмәтенә баш булып, граждандар һуғышына сик ҡуя алыр ине-”Төркиә сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт улы бөгөн ошондай фекер белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий