понедельник, 8 октября 2012 г.

Чавес Венесуэла менән йәнә 6 йыл идара итәсәк.



 Венесуэла президенты Уго Чавес президент һайлауҙарында еңеп сыҡты һәм ил менән йәнә 6 йыл идара итәсәк. Каракаста байрам саралары башланды ла инде. Чавесты яҡлау йөҙөнән ҡыҙыл кейемдәр кейгән венесуэлалылар урамдарға сыҡты, улар бейеп күңел асты.
Һайлауҙарҙың тәүге һөҙөмтәләрен иғлан иткәндән һуң, Чавес президент һарайы балконына сыҡты.
“Беҙгә ҡаршы сығыш яһаусыларҙың фекерен хөрмәт итәм. Уларҙың демократик ынтылышын аңлайым, Боливар революцияһы идеялары менән риза булмаһалар ҙа, граждандар позицияһын сағылдырып, һайлауҙарҙа ҡатнашҡандары өсөн мин үларға рәхмәтлемен.”
Оппозициялағы Демократик берҙәмлек блогынан президент һайлауҙарында ҡатнашҡан Энрике Каприлес-Радонски үҙенең еңелеүен таныны.
“Власть башында 14 йыл торған сәйәси көс ил граждандарының яртыһы тиерлеге уның менән риза түгеллеген аңлар, тип өмөтләнәм. Мин властарҙы халыҡтың ошо ҡалған яртыһына хөрмәт ҡарарға һәм уларҙың барлығын танырға саҡырам.”
Был Чавес ҡатнашҡан һайлау кампанияларының иң көсөргәнешлеһе булды. Каприлес оппозиция кандидаттарынан беренсе булып уға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий