вторник, 9 октября 2012 г.

Ассанж менән дуҫлыҡ өсөн 116 мең евро.



Британия суды ҡарары шундай: WikiLeaksҡа нигеҙ һалыусы австралиялы Джулиан Ассанж иреккә сығарылыу шарттарын үтәмәгән, шуға күрә уның өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусылар 116 000 евро залог түләргә тейеш.

Гарант булып сығыш яһаған 9 кеше 6 ноябргә ҡәҙәр бөтә сумманы түләп бөтөргә тейеш.
Уҙған йыл Ассанж төрмәнән залог түләп сыҡҡайны, әммә бына 2 ай инде ул Лондондағы Эквадор илселегендә йәшеренеп ята.

Комментариев нет:

Отправить комментарий