вторник, 9 октября 2012 г.

Ромни Обамаға һөжүм итә, ә сиратта Иранмы?



АҠШ президентлығына Республика фирҡәһенән Митт Ромни Барак Обама администрацияһының Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләне. Ул Сүриә хәлдәренә актив ҡыҫылыу яғында. Президент булып һайланған хәлдә, ядро етештереүҙе туҡтатыу өсөн, ул Иранға ла ҡатыраҡ санкциялар индерергә вәғәҙә итте:

“Тыныслыҡ хаҡына Ирандың ядро программаһы ярамаған эш икәнен һүҙҙә генә түгел, эш менән дә аңғартырға кәрәк. Мин йәнә бер тапҡыр Израиль менән тарихи бәйләнешебеҙҙе һәм уның именлеге һағында тороуыбыҙҙы раҫлайым. Президент Обаманың оборона өлкәһендәге бюджет ҡыҫартыуҙарына әйләнеп ҡайтҡым килә- былар беҙҙең армияға емергес тәьҫир итә.”

Эксперттарҙың фекере буйынса, тышҡы сәйәсәт- Ромниҙың йомшаҡ урыны, шуға ла Вирджиния хәрби институтындағы телмәре менән ул американлыларға донъя проблемаларын яҡшы аңлауын күрһәтергә теләне. Был тема буйынса президентлыҡҡа кандидаттарҙың бәхәстәре алда буласаҡ әле. Булып үткән дискуссияның тәүге раундына килгәндә, ул ил эсендәге мәсьәләләргә арналғайны, Обама унда еңелде һәм ярышташына һайлау алды алышында алға сығырға мөмкинлек бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий