Мысыр президенты
Мөхәммәт Мөрси “ғәрәп яҙы”ваҡытында ҡулға алынған бөтә сәйәси тотҡондарға
амнистия иғлан итте. Күпме кеше иреккә сығыуы хәбәр ителмәй; хоҡуҡ
һаҡлаусыларҙың иҫәбе буйынса, Мысыр төрмәләрендә сәйәси мотивтар буйынса 5 000
самаһы кеше ултыра.
Власть башында
ултырыуының 100-сө көнөн Мөрси ошо рәүешле билдәләне. Амнистия революция
башланған 2011 йылдың ғинуарынан алып Мөрси власҡа килгән июнь айына ҡәҙәр
арауыҡта ҡулға алыныусыларға ҡағыла.
“Ғәрәп яҙы”ның төп
ваҡиғаһы- күләмле ҡаршылыҡ акциялары арҡаһында президент Хөсни Мөбәрәкте
властан ситләтеү. Һуңғараҡ, көс структуралары тарафынан манифестацияла
ҡатнашыусыларҙың үлемендә ғәйепле һанап, уны ғүмерлеккә төрмәгә яптылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий