среда, 10 октября 2012 г.

Уго Чавес Бәшәр Асадты артабан да яҡлаясаҡ.



Ҡайтанан Венесуэла президенты булып һайланған Уго Чавес Бәшәр Асадтың законлы Сүриә хөкүмәтен яҡлауын белдерҙе. Венесуэла лидеры тәүге матбуғат конференцияһында тышҡы сәйәси принциптарының элеккесә ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

“Нисек инде мин Бәшәр Асад хөкүмәтен – Сүриәнең легитим хөкүмәтен яҡламайым? Нисек уны яҡламаҫҡа мөмкин? Террористарҙы яҡларғамы ни беҙгә? Үҙҙәрен “Күсмә совет”тип атап, кешеләрҙе үлтереп йөрөгәндәрҙеме? Европаның ҡайһы бер хөкүмәттәре террористар менән етди осрашып, һөйләшеүҙәр алып барыуын мин аңлай алмайым.”

Бынан алда Уго Чавес рәсми Димәшк эшмәкәрлеген яҡлауын бер нисә тапҡыр белдерҙе, Яҡын Көнсығышта көс ҡулланыуҙар башланыуҙа Европаны һәм АҠШ-ты ғәйепләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий