Италияның көньяғындағы Реджо-ди-Калабрия ҡалаһы етәкселеге тулыһынса эштән
бушатылған. Хөкүмәт бындай ҡарарҙы чиновниктарҙың мафия менән бәйләнеше
арҡаһында ҡабул иткән. Ҡаланың ойошҡан енәйәтселек ҡулына күсеү ҡурҡынысы
тыуған. Реджо-ди-Калабрия Ндрагента “баш ҡалаһы” булараҡ билдәле. Әлегә бөтә
эштәрҙе хөкүмәт комиссары башҡарасаҡ.
/Ндрагента- Италияның
ойошҡан ҙур енәйәтсел төркөмө/
Комментариев нет:
Отправить комментарий