вторник, 20 ноября 2012 г.

«Союза ТМА-05М» экипажы Ергә ҡайтты.



«Союза ТМА-05М» йыһан карабының капсулаһы бортында 3 космонавт менән Ҡазахстанға уңышлы рәүештә килеп төштө. Халыҡ-ара йыһан станцияһынан Ергә «Союз» командиры Юрий Маленченко, 33-сө Халыҡ- ара йыһан станцияһы командиры американлы Сунита Уильямс һәм япон бортинженеры Акихико Хошиде ҡайтты.

Станцияла улар дүрт ай ярым эшләне. Осош менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, капсула ергә һәйбәт төшкән, экипаж үҙен яҡшы тоя.

Киләһе «Союз» Халыҡ- ара йыһан станцияһына 19 декабрҙә киләсәк. Орбиталағы 34-се халыҡ- ара экипажды Канада йыһангиры һәм ике рәсәйле тулыландырасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий