вторник, 20 ноября 2012 г.

Палестина- Израиль: хәүеф аҫтындағы тормош.



Израилдең Газа секторын утҡа тотоуы арҡаһында, күп ғаиләләр йорттарын ташлап китергә мәжбүр. Беҙ һөйләшкән Палестина ғаиләһе бала- сағаһын, әйберҙәрен саҡ йыйып өлгөргән. Бомбаларҙан ҡасып, хәҙер уларға яңы торлаҡ эҙләргә тура киләсәк:

“Бомбаға тотоуҙар башланғас, күп күршеләребеҙ күсеп китте. Китергәме- юҡмы-  белмәйем. Ағайыма барырға мөмкин, әлбиттә, тик уның йорто былай ҙа туған- тыумаса менән тулған. Ғаиләм менән ҡайҙа юл тоторға ла белмәйем. Беҙҙең һымаҡтар өсөн мәктәптә ышыҡланыр урын ойошторһалар, бик яҡшы булыр ине лә бит.”

“ХАМАС” Израилде ракеталар менән утҡа тотоуҙы дауам итә. Тель-Авив һәм Ашкелонда бөгөн йәнә һауа тревогаһы сиренаһы булды. Бер ракета мәктәпкә эләкте. Бәхеткә ҡаршы, унда бер кем дә юҡ ине.

Ҡала халҡы төньяҡҡа, туғандарына, дуҫтарына китә. Ҡалғандары иһә ҡәҙимгесә йәшәргә тырыша:

“Беҙ ҡурҡырға, паникаға бирелергә тейеш түгел. Беҙ тыныс булырға тейеш, ауыр икәнлекте күрһәтмәҫкә тейеш,-”тиҙәр улар.

Ваҡытлы килешеү хаҡында һөйләшеүҙәр Ҡаһирә ярҙамында бара. Ике яҡ та көсөргәнешлелектең артабан көсәйеүен һәм Израилдең ҡоро ер хәрби операцияһы үткәреүен теләмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий