вторник, 20 ноября 2012 г.

Синтерклаас һәм Ҡара Питтар.



Көнэлгәре Голландияның меңдәрсә халҡы Амстердамдың яр буйын ҡаплап алды. Бында оркестр моңо аҫтында Синтерклаас- Изге Николай йәки Ҡыш бабай йөҙөп килде.
Улар менән бергә урта быуат паждары костюмы кейгән Синтерклаастың ярҙамсылары- Ҡара Питтар ҙа килде. Борондан килгән ышаныуҙар буйынса, улар тыңлаусан балаларға мөрйә аша бүләктәр алып килә. Әгәр балалар тыңлауһыҙ булһа, уларҙы Ҡара Питтар менән Испанияға оҙаталар.
Боронғо риүәйәттәрҙе бөтәһе лә өнәп бөтмәй - былтыр Амстердамдың Дискриминацияға ҡаршы бюроһына 100-гә яҡын ялыу килде.
Мәҫәлән, ҡара тәнле ирҙе бер нисә көн элек “расизм күренешенә” ҡаршы сығырға маташҡан өсөн ҡулға алғандар.
“Ҡолдар булған осорҙа ҡара тәнлеләр аҡ тәнлеләрҙән насарыраҡ тигән фекер йәшәне. Бөгөн урамда 2012 йыл, уҙған быуат идеялары заманыбыҙға тап килмәй,-”ти ул.
Амстердам гаваненән Синтерклаас бөтә Нидерланд буйлап үтәсәк һәм 6 декабргә ҡәҙәр балаларға бүләктәр һәм күстәнәстәр таратасаҡ.
Өлкәндәр был байрамды балаларҙан кәм яратмай:
“Минең уйымса. Амстердам күп культураға эйә булған ҡала, расизмда уны ғәйепләү ярамайҙыр, тип уйлайым,-”ти ғаилә башлығы.
Үҫмер саҡта мин уны расистик традиция, тип уйлай торғайным. Хәҙер иһә Ҡара Питтар мөрйәнән ҡоромға буялып төшкәнгә ҡаралыр, тигән фекрҙәмен,-”ти бер ҡыҙ.
Статистика буйынса,Нидерланд халҡы был байрамға Раштыуаға ҡарағанда күберәк аҡса туҙҙыра. Синтерклаас булған өс аҙнала улар йөҙҙәрсә мең килограмм тәм- том ашай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий