понедельник, 19 ноября 2012 г.

Обаманың Азия буйлап сәйәхәте.



Йәкшәмбе АҠШ президенты Барак Обама Багкокка килде, ул Азияның өс иле: Таиланд, Мьянма һәм Камбоджала булырға ниәтләй. Обама дәүләт башлығы итеп ҡабаттан һайланғандан һуң, был тәүге визит.

Америка президентын Таиландта илдең премьер- министры Йинглак Чинават ҡаршы алды. Бынан алдараҡ ике илдең министрҙары оборона буйынса уртаҡ декларацияға ҡул ҡуйғайны, унда хәрби хеҙмәттәшлекте ҡайтанан башлау тураһында әйтелә.

Дүшәмбе Барак Обама Мьянмаға юлланасаҡ. Унда  президент Тхейн Сейн һәм оппозиция лидеры, Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Аун Сан Су Чжи менән осрашыуҙар планлаштырылған. Тарихта АҠШ президентының был илгә беренсе визиты Мьянмалағы сәйәси реформаларҙы яҡлау билдәһе буласаҡ.

Камбоджала Обама Көнсығыш Азия саммитында ҡатнашасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий