пятница, 16 ноября 2012 г.

Газалағы Израиль операцияһы һөҙөмтәһендә 15 кеше һәләк булған.



Британия компанияһы хеҙмәткәренең 11 айлыҡ ҡына бәпәйе Газа секторын ракеталарҙан утҡа тотоу арҡаһында һәләк булған. Шаршамбы көн иртән Израилдең Хәрби Һауа көстәре “Болот бағанаһы” атамаһы аҫтындағы масштаблы операция сиктәрендә секторҙағы ХАМАС инфраструктураһы объекттарына тиҫтәләрсә һөжүм яһаны.  15 палестинлы, шул иҫәптән бер нисә бала һәм ауырлы ҡатын һәләк булды.

Кесаҙна көн тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре һәм Газа халҡы, бомбалар яуыуға ҡарамаҫтан, таксиҙы ҡаҙып сығарырға маташты. Эргәлә снаряд ярылғас, такси һәм руль артындағы водитель күмелеп ҡалған. Ахырҙа ирҙе ҡаҙып сығарҙылар, әммә хәстәханала врачтар уның вафат булыуы хаҡында әйтте. Һуңғы тәүлектәрҙә генә Газа хәстәханаларына төрлө йәштәге 150-ләп кеше килтерелде.

Кесаҙна көн Израиль авиацияһы, тыныс халыҡты, һөжүм сәбе булған ХАМАС объекттарынан алыҫыраҡ булырға өндәп, листовкалар ырғытты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий