пятница, 16 ноября 2012 г.

Израиль һөжүменә яуап итеп, ХАМАС ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе көсәйтергә вәғәҙә итә.



Кесаҙна Израиль Хәрби һауа көстәренең сәпкә йүнәлтелгән һөжүме һөҙөмтәһендә юҡ ителгән хәрбиләштерелгән ХАМАС формированиелары лидеры Әхмәт әл-Джәбәриҙе һуңғы юлға оҙатыу өсөн, йөҙҙәрсә кеше урамдарға сыҡты.

Аналитиктарҙың һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, уны юҡ итеү хаҡында ҡарарҙы премьер-министр Нетаньяху һәм оборона министры Барак ҡабул иткән. Һөжүмгә әҙерлек ХАМАС етәкселегенә ялған мәғлүмәттәр еткереү кампанияһы менән бергә алып барылған.

Ислам ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте яуабын уның вәкиле Сәми Әбү Зухри еткерҙе:

“Израиль яғынан көс ҡулланыуҙы көсәйтеүҙең маҡсаты- Палестина халҡының ҡаршылыҡ күрһәтеүен һәм ихтиярын һындырыу. Беҙ шуны раҫлайбыҙ: был маҡсатҡа ирешә алмаясаҡтар, һуғышсыларыбыҙ халыҡты яҡлаясаҡ һәм дошманға ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ һабаҡ бирәсәк!”

АҠШ-тың белдереүенсә, ХАМАС-тың Израиль яғынан да, Палестина автономияһы яғынан да тыныс халыҡты күп һанлы ҡорбандарға дусар иткән, региондағы хәлдәрҙе ҡырҡыулаштырған “көс ҡулланыуына аҡлау юҡ.”

“Беҙ мүджәһиттәрҙең ҡаршылыҡ күрһәтеүенә тулы теләктәшлек белдерәбеҙ. Беҙ агрессив сионистарҙы ныҡ туҡмарға саҡырабыҙ!-”ти Газала йәшәүсе.

“Бөгөн Палестина тарихында ҡара көн, әммә ул, Аллаһ бирһә, йәһүд дәүләтенең тарихында ла ҡара көнгә әйләнәсәк,-”тип өҫтәй икенсеһе.

Кесаҙна Израиль яғынан да тәүге ҡорбандар булды: көньяҡтағы Кирьят-Малахи ҡалаһының өс кешеһе йорттарына ракета төшөп һәләк булды. Врачтарҙың мәғлүмәттәре буйынса, яралыларҙың дөйөм һаны 16-ға еткән.

Тәүге тапҡыр Израилдең халыҡ күп йәшәгән үҙәге утҡа тотолған: Газа секторынан ебәрелгән ракета Тель-Авивтан алыҫ та түгел барып төшкән.Һуңғараҡ бының өсөн яуаплылыҡты “Әл-Ҡудс бригадаһы” төркөмө үҙ өҫтөнә алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий