пятница, 16 ноября 2012 г.

ВР аҡҡан нефть өсөн миллиардтар түләйәсәк.



Британияның ВР нефть компанияһы АҠШ властарына Мексика ҡултығында аҡҡан нефть өсөн компенсация рәүешендә 4,5 миллиард доллар түләйәсәк.

2010 йылдың яҙында “Deepwater Horizon”платформаһындағы һәләкәт һөҙөмтәһендә, 11 эшсе һәләк булды, диңгеҙгә 4 миллион баррель нефть эләкте.

Корпорация ғәйепләү ҡарарының бөтә пункттары буйынса ла үҙен ғәйепле тип тапты. Быға яуап итеп, АҠШ-тың юстиция министрлығы  артабан уларҙы судҡа тарттырмаҫҡа ҡарар итте.

“Был штрафты түләү компания акциялары хаҡына мотлаҡ йоғонто яһаясаҡ. Әммә был һуңғыһы түгел, сөнки февралдә шәхси дәғүәләр буйынса компенсация түләү мәсьәләһе ҡараласаҡ, шул саҡта ғына штрафтарҙың дөйөм суммаһы билдәле буласаҡ,-”тип иҫәпләй финанс аналитигы Джо Рандл.

Шәхси дәғүәләр һәм компаниялар буйынса компенсациялар күләме 8 миллиард тирәһенә барып баҫа. Адвокаттар экология һәләкәтенән зыян күргән 100 мең кешенең мәнфәғәтен күҙәтә, был күбеһенсә Алабама һәм Техас штаттары халҡы.

ВР-ҙың АҠШ хөкүмәтенә түләйәсәк штраф күләме- ил тарихындағы иң ҙур сумма. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий